Смотреть в Telegram
Был аҙнала башҡорт телмәрен тексҡа әйләндергән моделдең тағы бер версияһын эшләнем. Быныһы элеккегә ҡарағанда 2 тапҡыр еңелерәк һәм 2 тапҡыр шәберәк. Тик хатаны саҡ ҡына күберәк эшләй(8% урынына 12% һүҙҙәрҙә хата бар). Әммә бының менән колонка тиҙерәк яуап бирәсәк. Ә сифатын яҡшыртыр өсөн, тағы ла күберәк башҡортса тауыштар кәрәк. 🔥 Шуға ла оран: миңә интернетта булған башҡортса аудио, видеоларға һылтанма, йә файлдың үҙен ебәрегеҙ. Бында башҡортса передачалар, аудио әкиәттәр, йә берәйһенең монологы бара. Маҡсат: 1000 сәғәт тауыш йыйыу. Ҡайҙа ебәрергә: 1. Ошо яҙманың комментарийына 2. homai_kolonka@mail.ru электрон адресына Был яҙманы таратырға ярҙам итегеҙ 🙏🏼
Telegram Center
Telegram Center
Канал